Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.19
+0.39
90.79
+0.05
62.51
+0.52
0 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
22 Июль 2015, 18:49
Рөстәм Хәмитов энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү буйынса видеоселектор кәңәшмәлә ҡатнашты
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22 июлдә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәй Хөкүмәте вице-премьеры Дмитрий Козак рәйеслегендәге Бөтә Рәсәй видеоселектор кәңәшмәһендә ҡатнашты. Кәңәшмәлә энергетика һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын көҙгө-ҡышҡы осорға әҙерләү барышы, шулай уҡ халыҡты сифатлы эсәр һыу менән тәьмин итеү, торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә шәхси инвестициялар йәлеп итеү һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡтың дәүләт мәғлүмәт системаһын булдырыу мәсьәләләре тикшерелде.
– Ҡышҡа әҙерлек – Рәсәй төбәктәрендәге башҡарма властың мөһим бурысы. Һуңғы йылдарҙа был эш яҡшыра, авариялар кәмей. Шуға ҡарамаҫтан, уяулыҡты юғалтырға ярамай. Өҫтәүенә беҙҙәге ҡыш ҡышҡа оҡшамаған. Шуға күрә торлаҡ фондын көҙгө-ҡышҡы осорға тейешле кимәлдә әҙерләү өсөн бөтә көстө һалырға кәрәк, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дмитрий Козак.
Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәһенә инвестициялар йәлеп итеү темаһын тикшереп, Рәсәйҙең төҙөлөш һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ министры Михаил Мень ошо мәсьәләне хәл итеү механизмдары тураһында һөйләне.
– Яҡын арала Торлаҡ-коммуналь хужалыҡты реформалаштырыуға булышлыҡ итеү фонды менән берлектә тармаҡҡа инвестициялар йәлеп итеү буйынса ярҙам итеү саралары – бәләкәй ҡалаларҙа проекттарҙы финанслау һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарын яңыртыуға йәлеп ителгән кредит буйынса процент ставкаларын субсидиялау башланасаҡ, – тип хәбәр итте министр.
Башҡортостан Хөкүмәте ҡарарына ярашлы, 2015 йылдың 15 сентябренә республика торлаҡ-коммуналь хужалыҡ объекттарының йылытыу миҙгеленә әҙерлеге тәьмин ителергә тейеш. Бөгөнгө көнгә тармаҡтағы бөтә объекттарҙың әҙерлеге 44 процент тип баһалана.
Теги:
торлаҡ-коммуналь хужалыҡ
бр башлығы
Читайте нас