09:24 (UTC+5), 21 Июль 2015

Баш ҡалала велосипедтарҙа бушлай экскурсия ойошторола

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә велосипедтарҙа бушлай экскурсия ойошторола. Һауа торошо яҡшы булһа, сара 23 июлдә көндөҙгө сәғәт 12-лә Дуҫлыҡ монументы эргәһенән башлана һәм яҡынса 1,5 сәғәт дауам итәсәк. Был юлы ҡатнашыусыларға Пушкин урамы хаҡында мәғлүмәт биреләсәк.
Велоэкскурсиялар үткәреү идеяһын Өфөлә йәшәүсе Азамат Әбделмәнов тәҡдим иткән. Уның һүҙҙәренсә, велосипедтарҙа йөрөү — төрлө кешеләр менән танышып, ваҡыт уҙғарыу ғына түгел, шулай уҡ ҡаланың тарихи үткәне менән танышыу өсөн шәп мөмкинлек.
«Был экскурсия — бишенсеһе. Бынан алдараҡ Октябрь революцияһы, Ленин, Пушкин урамдары буйлап йөрөнөк. Мин һуңғы маршрутты ҡабатларға хәл иттем, сөнки теләүселәр бик күп», — тип һөйләне Азамат Әбделмәнов.
Ҡала буйлап велоэкскурсиялар бик популяр. Улар өфөләр өсөн традицияға әйләнер, тип ышана сараны ойоштороусы.
Тулыраҡ мәғлүмәт менән «Бәйләнештә» төркөмөндә танышырға мөмкин.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика