05:34 (UTC+5), 16 Июля 2015

Рөстәм Хәмитов ирекмәндәргә ШОС һәм БРИКС саммиттары ваҡытында яҡшы эшләгәндәре өсөн рәхмәт белдерҙе

Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 16 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 15 июлдә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов волонтерҙар балында ҡатнашты, уларҙы Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС илдәре саммиттарының уңышлы үтеүе менән ҡотлап, эште яҡшы ойошторғандары өсөн рәхмәт белдерҙе.
– Мин һеҙҙең көләс йөҙҙәрегеҙҙе күреүемә бик шатмын. Саммиттар үткән көндәрҙә һеҙ Өфөнөң «визит карточкаһы» булдығыҙ. Ҙур рәхмәт, – тине Рөстәм Хәмитов. – Башҡортостандың баш ҡалаһы ҡунаҡтарҙа яҡшы тәьҫораттар ҡалдырҙы. Һеҙ ошо ыңғай кәйефте булдырҙығыҙ: аэропортта ҡунаҡтарҙы ҡаршыланығыҙ, отелдәргә оҙатып йөрөнөгөҙ, журналистар менән эшләнегеҙ. Һеҙ бик күп эш башҡарҙығыҙ.
Ирекмәндәр һәм ойоштороусылар Өфөнө генә түгел, тотош Рәсәйҙе күрһәтте, тип билдәләне республика етәксеһе.
– Беҙ бөтә донъяла танылыу яуланыҡ. Күп илдәр, ҡалалар үҙҙәрендә ошондай саммиттарҙы ҡабул итеү хаҡында хыяллана. Беҙгә БРИКС һәм ШОС саммиттарын Өфөлә, Башҡортостанда үткәреү бәхете йылмайҙы, – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды төбәк Башлығы. – Беҙҙә ҡунаҡта булған илдәр менән иҡтисади мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу, инвестициялар йәлеп итеү, туристар ағымын арттырыу мөһим. Был эштә һеҙ бик кәрәк.
Рөстәм Хәмитов саммиттар ваҡытында айырыусы яҡшы эшләгән ирекмәндәргә рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, саммиттарҙа ирекмән булыу теләген белдереп 10 меңгә яҡын кеше ғариза биргән. Улар араһында йәштәр, пенсионерҙар, башҡа төбәктәрҙә йәшәүселәр, шулай уҡ Өфө вуздарында белем алыусы Ҡытай, Иран, Һиндостан, Африка һәм Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһе илдәренең студенттары бар.
«Ирекмән – 2015» проектында ҡатнашыусылар республикалағы барлыҡ ҙур сараларҙа ҡатнашты, был уларҙың белем кимәлен асыҡларға һәм саммиттарҙа эшләү өсөн эшсе төркөмдәргә билдәләргә мөмкинлек бирҙе.
Ойоштороу комитетының талаптарына ярашлы 643 волонтер һайлап алынды, улар Конгресс-холда, аэропортта, ҡунаҡханаларҙа, театрҙарҙа, музейҙарҙа, матбуғат үҙәгендә һәм саралар үткәрелгән башҡа урындарҙа эшләне.
1 из 12
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика