11:21 (UTC+5), 13 Июль 2015

Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттарҙан 15 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡорт дәүләт университетында абитуриенттарҙан 15 меңгә яҡын ғариза ҡабул ителгән. Университеттың матбуғат хеҙмәтендә аңлатыуҙарынса, әлеге мәлдә инженер факультетына (1524), хоҡуҡ институтына (1366), физика-техника институтына (1289), философия һәм социология факультетына (1265), иҡтисад, финанс һәм бизнес институтына (1175), идара итеү һәм эшҡыуарлыҡ хәүефһеҙлеге институтына (1027) меңдән ашыу ғариза бирелгән.
Инженер һәм тәбиғи-ғилми факультеттар араһында бюджет урындарға иң юғары конкурс: «Сифат менән идара итеү» (бер урынға 19,93 кеше), «Химия, физика һәм материалдар механикаһы» (12,48), «Мәғлүмәт-коммуникация технологиялары һәм элемтә системаһы» (12,03), «Стандартлаштырыу һәм метрология» (11,6), «Химия» (11), «Ғәмәли информатика» (10,79), «Электроника һәм наноэлектроника» (10,6), «Биология» (10,55), «Технологик машиналар һәм ҡорамалдар» (10,27)
Гуманитар факультеттар араһында бюджет урындарға иң юғары конкурс: «Юриспруденция» (бер урынға 31,6 кеше), «Социология» (21,71), «Психология» (21,6), «Журналистика» (18,6), «Лингвистика» (17), «Хоҡуҡ һаҡлау өлкәһендә мәғлүмәт технологияларының хәүефһеҙлеге» (12,47), «Тарих» (12,28), «Мәғлүмәт хәүефһеҙлеге» (11,16), «Документтар эшен алып барыу һәм архив эше» (11,1), «Нәшриәт эше» (10,4).
Быйыл Башҡорт дәүләт университетының төп вузы бюджет урындарға 1138 студент: көндөҙгө бүлеккә — 974, ситтән тороп уҡыу бүлегенә 164 кеше ҡабул итәсәк. Тағы ла меңгә яҡын абитуриентты Башҡорт дәүләт университетының филиалдарына ҡабул итергә ниәтләйҙәр. Магистратураға уҡырға инергә теләүселәр өсөн бюджет урындарының һаны — 563.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика