07:55 (UTC+5), 13 Июль 2015

Баш ҡалала сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары вакансиялар тәҡдим итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфөлә сауҙа һәм хеҙмәтләндереү предприятиелары вакансиялар тәҡдим итәсәк. 16 июлдә Халыҡ мәшғүллеге үҙәгендә күмәртәләп һәм ваҡлап һатыу, йәмәғәт туҡланыуы предприятиелары, ҡунаҡхана һәм ресторандар өсөн вакансиялар йәрминкәһе ойошторола.
Тәҡдим ителгән эш урындары араһында сифат буйынса инженер, бухгалтер, менеджер, администратор, кассир, йөк тейәүсе, водитель, электрик, ашнаҡсы, кондитер, икмәк бешереүсе, официант, бармен, һатыусы, һауыт-һаба йыуыусы, йыйыштырыусы бар. Шулай уҡ һөнәр һайлау, өҫтәмә белем алыу һәм хоҡуҡи мәсьәләләр буйынса белгес кәңәшен алырға мөмкин. Эш эҙләүселәр өсөн «Уңышҡа табан 10 аҙым» тип исемләнгән оҫталыҡ дәресе ойошторола.
Йәрминкә иртәнге сәғәт 10-дан 12-гә тиклем Ибраһимов бульвары, 47/1 адресы буйынса уҙғарыла, тип хәбәр иттеләр Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтенән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика