11:19 (UTC+5), 10 Июль 2015

ШОС илдәре башлыҡтары Советының киләһе ултырышы 2016 йылдың сентябрендә Ташкентта уҙасаҡ

сараның рәсми сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтары Советының киләһе ултырышы 2016 йылдың сентябрендә Ташкентта уҙасаҡ. Был хаҡта Үзбәкстан президенты Ислам Кәримов Өфөлә белдерҙе. Башҡортостандың баш ҡалаһында Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы илдәре башлыҡтарының киңәйтелгән ултырышы бара. Унда Рәсәй, Ҡытай, Ҡаҙағстан, Тажикстан, Ҡырғыҙстан һәм Үзбәкстан етәкселәре, шулай уҡ биш күҙәтеүсе илдең (Монголия, Һиндостан, Иран, Пакистан һәм Афғанстан) башлыҡтары, Рәсәй Президенты ҡунағы булараҡ Төркмәнстан президенты ҡатнаша.
Киләһе йылда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһында рәйеслек итеү Рәсәйҙән Үзбәкстанға күсә. Сара 2016 йылдың сентябрендә уҙғарыласаҡ тип күҙаллана. Ислам Кәримов һүҙҙәренсә, Совет ултырышының аныҡ датаһы донъялағы, шулай уҡ Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһына ингән илдәрҙәге хәлдәргә ҡарап билдәләнәсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика