06:59 (UTC+5), 10 Июля 2015

Баш ҡалала БРИКС һәм ШОС илдәре лидерҙары хөрмәтенә Рәсәй Президенты исеменән ҡабул итеү ойошторолдо

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 10 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Кисә Өфөлә БРИКС саммитында һәм Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә Рәсәй Президенты исеменән рәсми ҡабул итеү ойошторолдо. Унда Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡатнашты.
Тантаналы сара Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында уҙҙы, тип хәбәр иттеләр республика Башлығының матбуғат хеҙмәтенән.
— Илдәребеҙҙе һәм халҡыбыҙҙы дуҫтарса мөнәсәбәт кенә түгел, шулай уҡ донъябыҙҙа тыныслыҡ булдырыу, тотороҡло үҫеш өсөн уңайлы шарттар тыуҙырыу теләге берләштерә. БРИКС, ШОС һәм Евразия иҡтисади союзы кеүек күп яҡлы ойошмалар сиктәрендә эшләүҙең, ике яҡлы бәйләнештәр булдырыуҙың төп асылы шунда, — тине сәләмләү һүҙендә Рәсәй Президенты Владимир Путин. — Бында күрһәтелгән дәүләттәрҙең күбеһе Евразияла урынлашҡан. Был — беҙҙең йортобоҙ, барыбыҙ ҙа ошо йортта тыныслыҡ, муллыҡ булыуын, экстремизмға юл ҡуйылмауын теләйбеҙ. Башҡортостандың баш ҡалаһында эшләү һөҙөмтәләре ошо маҡсаттарҙы ғәмәлгә ашырыуға ҙур өлөш индерер, тип ышанам.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика