07:28 (UTC+5), 08 Июля 2015

Баш ҡалаға Тажикстан Президенты Эмомали Рахмон килде

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 8 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. 8 июлдә Башҡортостанға эш сәфәре менән Тажикстан Республикаһы Президенты Эмомали Рахмон килде. Өфө аэропортында уны республика Башлығы Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды, тип хәбәр итә төбәк Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Башҡортостандың баш ҡалаһында Эмомали Рахмон Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләт башлыҡтары Советы ултырышында ҡатнашасаҡ. Шулай уҡ Тажикстан Президенты БРИКС дәүләттәре һәм хөкүмәттәре башлыҡтарының осрашыуына саҡырылған.
Белешмә. 2014 йылда Башҡортостан менән Тажикстан араһында тышҡы сауҙа әйләнеше 67,5 миллион доллар тәшкил иткән һәм нигеҙҙә экспорт тауарҙарынан торған.
Республика биләмәһендә Тажикстан капиталы ҡатнашлығында ойошторолған 16 берлектәге предприятие эшләй. Былтыр Тажикстандың Хатлон өлкәһе менән Башҡортостан араһында иҡтисади хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйылған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика