11:05 (UTC+5), 07 Июля 2015

«Өфө — яратҡан ҡалам» конкурсы йомғаҡтары буйынса республиканың баш ҡалаһы тураһында яңы фотоальбом төҙөлдө

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. «Өфө — яратҡан ҡалам» конкурсы йомғаҡтары буйынса Башҡортостандың баш ҡалаһы тураһында яңы фотоальбом төҙөлдө. Фотоһүрәттәр конкурсын тәүге тапҡыр Өфө хакимиәте һәм «Имидж-Консультант» компанияһы ойошторҙо. Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән — Мәскәүҙән, Санкт-Петербургтан, Новосибирскиҙан, башҡа ҡалаларҙан 138 фотограф үҙҙәренең эштәрен ебәргән.
Бәйге «Портрет», «Пейзаж», «Жанр» номинациялары буйынса уҙғарылды. Фотоһүрәттәрҙә Өфөнөң тарихи һәм мәҙәни мираҫы, уның сәнәғәт потенциалы, ҡаланың заманса йөҙө сағылыш тапҡан.
Эштәрҙе «National Geographic Россия» журналының арт-директоры Алевтина Сухорукова рәйеслегендәге жюри ағзалары баһаланы. Ҡыҫҡа исемлеккә ингән һүрәттәр күргәҙмәһе ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында күрһәтелде. Иң яҡшы эштәрҙең авторҙарына хакимиәт башлығының дипломдары һәм аҡсалата премиялар тапшырылды. Конкурсҡа тәҡдим ителгән фотоһүрәттәр Өфө тураһында яңы фотоальбомға индерелде.
«Альбом — ҡалаһын ихлас яратҡан һәм уның хаҡында илдә һәм унан ситтә лә күберәк белһендәр өсөн барыһын да эшләгән тиҫтәләрсә кешеләрҙең хеҙмәт емеше», — тип билдәләнеләр ҡала хакимиәтендә.
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика