Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
78.74
-0.41
91.9
+0.06
62.51
+0.52
-7 °C
Ҡар
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
6 Июль 2015, 16:39
Стәрлетамаҡ районында «Йәш спецназсы» хәрби-спорт лагеры асыла
Стәрлетамаҡ районы хакимиәте
ӨФӨ, 2015 йыл, 6 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. 13 июлдә Стәрлетамаҡ районында «Йәш спецназсы» хәрби-спорт лагеры асыла. Лагерҙы өсөнсө йыл рәттән йәштәр эштәре буйынса ҡала комитеты һәм «Крап береты берҙәмлеге» спецназ ветерандары союзы ойоштора.
Ике аҙна дауамында буласаҡ ил һаҡсылары башланғыс хәрби әҙерлек курсын үтәсәк һәм хәрби хеҙмәт нигеҙҙәрен өйрәнәсәк. Программа төрлө сараларға бай буласаҡ.
Лагерға Афғанстанда һәм Чечен Республикаһындағы хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусылар, махсус подразделениелар һәм Һауа-десант ғәскәрҙәре, хәрби комиссариат, Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешен контролдә тотоу хеҙмәте идаралығы, туристик үҙәк хеҙмәткәрҙәре киләсәк. Йәш спецназсылар әрме шарттарында йәшәйәсәк.
Теги:
башланғыс хәрби әҙерлек
хәрби-спорт лагеры
Читайте нас