10:37 (UTC+5), 02 Июля 2015

«Рәсәй 24» каналында Өфө тураһында «Йәш күңелле боронғо ҡала» фильмы эфирға сыға

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә үтәсәк Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы һәм БРИКС саммиттары уңайынан «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһында «Йәш күңелле боронғо ҡала» исемле фильм төшөрөлдө. Республиканың баш ҡалаһы Өфөгә арналған документаль фильм ҡаланың һәм республиканың үҙенсәлекле бренды, уның сәнәғәт предприятиелары, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, мәҙәниәт, спорт һәм башҡа объекттары хаҡында бәйән итә.
«Башҡортостан менән таныш булмаған һәр тамашасы фильм аша беҙҙең ҡаҙаныштар һәм республика халҡы тураһында белә ала, — тип һөйләне фильмдың авторы, билдәле тележурналист Гәүһәр Батталова. — Беҙ Өфө моторҙар эшләү берекмәһен, «Алексеевка» совхозын, М.Ғафури исемендәге ҡошсолоҡ комплексын, Күмертау вертолет заводын, шифаханаларҙы, юғары уҡыу йорттарын, Рәми Ғарипов исемендәге гимназия-интернатын, медицина үҙәктәрен һәм башҡа бик күп объекттарҙы төшөрҙөк. Шулай уҡ республикала тыуып үҫкән танылған шәхестәр хаҡында мәғлүмәт бирергә тырыштыҡ».
Режиссеры — Радик Фәтхиев, монтажлау инженеры — Әлфиә Арыҫланова, тексты Евгений Романов уҡый. Фильм инглиз телендәге субтитрҙар менән бирелә. Ошо уҡ команда ғалим-төркиәтсе Әхмәт-Зәки Вәлиди, Көньяҡ Уралда дзюдо мәктәбенә нигеҙ һалыусы Харис Йосопов, шағир Рәшит Назаров хаҡында фильмдар төшөргән.
Фильм ике өлөштән тора. Һәр береһе 27 минут бара. Уның беренсе өлөшө — 3 июлдә киске сәғәт 10-да, икенсеһе 6 июлдә ошо уҡ ваҡытта «Рәсәй 24» каналында эфирға сыға.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика