Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
79.07
+0.33
91.94
+0.04
62.51
+0.52
-5 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
1 Июль 2015, 16:32
Июль баштарында төбәктә һалҡын буласаҡ, йәшенле ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ
Андрей Старостин
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Июль баштарында Башҡортостанда һалҡын буласаҡ, йәшенле ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуасаҡ. Был хаҡта Башҡортостандың гидрометеорология һәм тирә-яҡ мөхит мониторингы идаралығы хәбәр итә.
Был аҙнала һауа температураһы 15-22 градус йылы буласаҡ. Урыны менән ҡойма ямғыр, боҙ-борсаҡ яуыуы, йәшен йәшнәүе, елдең көсәйеүе көтөлә. Аҙна уртаһында һауа температураһы түбәнәйәсәк, урмандарҙа янғын хәүефһеҙлеге кәмейәсәк.
«Аҙнаның икенсе яртыһында һауа температураһының түбәнәйеүе көтөлә, был һыуыҡ һауа массаларының күсеүенә бәйле. 4 һәм 5 июлдә тағы ла һалҡыныраҡ буласаҡ, температура көндөҙ — 16, төндә 4 градус йылы, — тип аңлатма бирҙе «Башгидромет»тың матбуғат секретары Елена Орлова. — Әммә был — ваҡытлыса күренеш, киләһе аҙнала уҡ төбәктә йылыта».
Синоптиктарҙың күҙаллауына ярашлы, июлдә Башҡортостанда уртаса һауа температураһы 16-19 градус тәшкил итәсәк, был норманан бер градусҡа түбән. Яуым-төшөм кимәле 60-70 милллиметр буласаҡ.
Теги:
һауа торошо
башгидромет
Читайте нас