09:21 (UTC+5), 01 Июль 2015

Башҡортостанда тәүге тапҡыр Курорт һабантуйы уҙғарыла

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июль. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 4 июлдә Әбйәлил районында, «Металлург-Магнитогорск» тау саңғыһы үҙәге биләмәһендә, беренсе тапҡыр Курорт һабантуйы уҙғарыла. Проекттың маҡсаты — республиканы курорт төбәге булараҡ презентациялау, «Курорт һабантуйы» брендын үҫтереү юлы менән төбәккә туристарҙы йәлеп итеү, ғаилә менән ял итеү урыны булараҡ республика курортының ыңғай имиджын булдырыу.
Ойоштороусылар хәбәр итеүенсә, байрам программаһында милли көрәш, халыҡ ижады йәрминкәләре, фольклор-этнографик комплекста милли ихаталар күргәҙмәһе, башҡорт халҡының традицияларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен сағылдырған тамашалар, милли аш-һыу күргәҙмәһе, милли уйындар эстафетаһы ҡаралған. Курорт һабантуйында тамашасылар аттар шоуын, хәрби техника, ҡорал һәм кейем күргәҙмәһен, ОМОН һуғышсыларының ҡул көрәше сығыштарын, ретро-автомобилдәр күргәҙмәһен ҡараясаҡ, ялан кухняһы эшләйәсәк. Балалар һабантуйы программаһында — күңел асыу һәм спорт уйындары, ижади оҫталыҡ дәрестәре, конкурстар һәм бүләктәр.
Байрамда танылған ҡурайсы Роберт Юлдашев һәм «Ҡурайсы» төркөмө, Сибай дәүләт филармонияһы артистары, популяр башҡарыусы Радик Юлъяҡшин (Элвин Грей), М.Глинка исемендәге Магнитогорск дәүләт консерваторияһы студенттары, «Селяночка» казачий ансамбле, Валерий Мастрюков, шулай уҡ Магнитогорск ҡалаһының ижади коллективтары сығыш яһай.
«Байрам быуаттар буйына бер биләмәлә дуҫ йәшәгән рус һәм башҡорт халҡының берҙәмлеген сағылдыра», — тип билдәләнеләр Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитетында.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика