12:57 (UTC+5), 30 Июня 2015

Республикала БДИ-2015 объектив һәм асыҡ үтте — Әлфис Ғаязов

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда БДИ-2015 объектив һәм асыҡ үтте. Был хаҡта республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов «Интерфакс» агентлығы ойошторған матбуғат конференцияһында белдерҙе.
Ведомство башлығы һүҙҙәренсә, быйыл Берҙәм дәүләт имтиханын 22 меңдән ашыу кеше тапшырған. Информатика һәм мәғлүмәт-коммуникация технологияларын иҫәпкә алмағанда, предметтар буйынса уртаса балл күтәрелгән. 61 кеше Берҙәм дәүләт имтиханын 100 балға яҙған, шулар араһында 37 уҡыусы рус теленән, 12-һе — физика, алтауһы — география, өсәүһе — химия, икәүһе — биология һәм берәүһе информатика буйынса иң яҡшы һөҙөмтә күрһәткән. Былтыр республикала 14 уҡыусы йөҙ балл туплаған. Мотлаҡ предметтарҙан минималь балл йыя алмаусыларҙың һаны һуңғараҡ билдәле буласаҡ.
Быйыл математика база һәм профилле кимәлдәргә бүленде. Министр әйтеүенсә, сығарылыш уҡыусыларының күбеһе ике кимәлде лә һайлаған.
«База кимәлендә математика буйынса имтихан биш баллы система буйынса баһаланды. Уртаса балл 4,1 тәшкил итте. Профилле БДИ ауырыраҡ булды, бында уртаса балл — 42,8», — тигән мәғлүмәттәр килтерҙе Әлфис Ғаязов.
Иң популяр фән — йәмғиәтте өйрәнеү. Уны 10403 бала һайлаған. Икенсе урында физика — 6344, химия һәм информатика.
Ведомство башлығы билдәләүенсә, «имтихандарҙа тәртип боҙоуҙар булманы: балалар белемле генә түгел, тәртипле булыуҙарын да күрһәтте. Былтырғы менән сағыштырғанда иҫкәртеүҙәр аҙыраҡ булды. Һигеҙ кеше тәртип боҙоуҙар өсөн имтихандан сығарылды. Республикала күҙәтеүселәрҙең дөйөм һаны 1669 кеше тәшкил итте».
1 из 6
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика