12:52 (UTC+5), 22 Июнь 2015

Рөстәм Хәмитов Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һалды

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 22 июндә Өфөнөң В.И.Ленин исемендәге паркында Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Советтар Союзы Геройы Александр Матросовтың һәйкәленә сәскәләр һалды һәм Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнөнә арналған «Хәтер шәме» акцияһында ҡатнашты.
Почетлы ҡарауыл Еңеү паркындағы Мәңгелек уттан ҡабыҙылған шәмде тотоп тантаналы рәүештә Александр Матросовтың һәйкәле алдынан үтте. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары, хәрби-патриотик клуб тәрбиәләнеүселәре, кадеттар, курсанттар, балалар һәм йәштәр йәмәғәт берекмәләре вәкилдәре республика Башлығы менән бергә Еңеү өсөн үҙ ғүмерҙәрен биргән яугирҙәрҙе бер минутлыҡ тынлыҡ менән иҫкә алды.
«Бөгөн Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Бынан 74 йыл элек һуғыш башланды. Шундай йәйге иртәлә халыҡ дошмандың илебеҙгә һөжүм итеүе тураһында хәбәр алды. Ул ваҡытта кешеләрҙең ниндәй хис-тойғолар кисереүе аңлашыла. Тәү сиратта фронтҡа китеү һәм дошманды юҡ итеү теләге уяна. Күптәр шулай эшләй ҙә инде. Башҡортостандан 700 мең самаһы кеше һуғышҡа алына. Шуларҙың яртыһы кире әйләнеп ҡайтмай. Уларға мәңгелек дан», — тине Рөстәм Хәмитов.
Йыл һайын 22 июндә илебеҙҙә Хәтер һәм ҡайғы көнө билдәләнә. Был көндө Рәсәй биләмәһендә дәүләт флагтары төшөрөлә, рәсәйҙәр Билдәһеҙ һалдат ҡәберендә, иҫтәлекле урындарҙа һәм мемориалдарҙа сәскәләр һала, шәмдәр ҡабыҙа. Рәсәй халҡы Бөйөк Ватан һуғышы башланыуын бер минутлыҡ тынлыҡ һәм ҡыңғырауҙар сыңы менән иҫкә ала, илдә төрлө патриотик акциялар ойошторола.
Илебеҙҙең күп кенә ҡалаларында, шулай уҡ Украинала, Белоруссияла һәм Көньяҡ Осетияла Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында һәләк булғандарға арнап «Хәтер шәме» акцияһы үтә. Теләгән һәр кем яуҙа башын һалған, һуғыш йылдарындағы ауырлыҡтарҙан вафат булған тиҫтәләрсә миллион ватандаштарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алыу акцияһына ҡушыла ала.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика