06:52 (UTC+5), 22 Июнь 2015

Бөгөн — Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 22 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. 22 июндә Рәсәйҙә Хәтер һәм ҡайғы уртаҡлашыу көнө билдәләнә. Тап 1941 йылдың 22 июнендә Бөйөк Ватан һуғышы башланды. 30 миллиондан ашыу Рәсәй халҡы һәләк булды, тиҫтәләрсә, йөҙҙәрсә меңе концлагерҙа яфа сикте һәм тылда аслыҡтан интекте, һуғыштан һуңғы йылдарҙағы бөлгөнлөк әллә күпме кешенең ғүмерен алып китте.
Был көндө республикала төрлө патриотик акциялар уҙғарыла. Мәҫәлән, Дәүләт Йыйылышы йортонда республика парламенты Рәйесе Константин Толкачев Ш.Хоҙайбирҙин исемендәге 1-се балалар йорто тәрбиәләнеүселәре менән осрашасаҡ. 40 бала Республика парламенты тарихы музейын, Геральдика залын, Дәүләт Йыйылышының пленар ултырыштары уҙғарылған ҙур залды ҡараясаҡ. Бынан тыш, ҡунаҡтар республика парламенты Рәйесенә һорауҙар бирә ала. Уҡыусылар өсөн байрамса сәй эсеү һәм фотоға төшөү ойоштороласаҡ.
Осрашыуҙа Константин Толкачев балалар йорто етәкселегенә Бөйөк Ватан һуғышына арналған китаптар тапшырасаҡ. «Китап» нәшриәтенең ун бер китаптан торған коллекцияһына өс телдәге художестволы әҫәрҙәр индерелгән. Уларҙың күбеһе автор-фронтовиктарҙың (Мостай Кәрим, Назар Нәжми, Хәким Ғиләжев һәм башҡаларҙың) хәтирәләре нигеҙендә яҙылған.
Был көндө өлкәндәр йәш быуынға Башҡортостандың дошманды еңеүҙә баһалап бөткөһөҙ роле хаҡында бәйән итә. Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллиндың исеме бөтә илгә билдәле. Легендар осоусы Муса Гәрәев ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. 37 яугир — Дан орденының тулы кавалеры.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика