07:41 (UTC+5), 19 Июня 2015

Петербург иҡтисади форумында Башҡортостан Карелия һәм Новосибирск өлкәһе менән килешеүҙәргә ҡул ҡуйҙы

Башҡортостан Республикаһы Башлығы сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. Кисә Санкт-Петербургта XIX Петербург халыҡ-ара иҡтисади форумы сиктәрендә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов менән Карелия Башлығы Александр Худилайнен ике төбәк араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы, тип хәбәр итә Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәте.
Документ биш йылға иҫәпләнгән. Ул сауҙа-иҡтисади, ауыл хужалығы, ғилми тикшеренеүҙәр һәм инновациялар, транспорт, ҡала төҙөлөшө һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман мөнәсәбәттәре, тәбиғәтте һаҡлау эшмәкәрлеге, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеүҙе күҙ уңында тота. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, хеҙмәт мөнәсәбәттәре һәм халыҡты социаль яҡлау, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу ҡарала.
Шул уҡ көндә Рөстәм Хәмитов менән Новосибирск өлкәһе губернаторы Владимир Городецкий Башҡортостан Хөкүмәте һәм Новосибирск өлкәһе Хөкүмәте араһында сауҙа-иҡтисади, фәнни-техник, социаль һәм мәҙәни хеҙмәттәшлек тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуйҙы.
Был документ та биш йылға иҫәпләнгән. Килешеүгә ярашлы, төбәктәр сауҙа, ауыл хужалығы, фәнни тикшеренеүҙәр һәм инновациялар, транспорт, ҡала төҙөлөшө һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ, мәғариф, һаулыҡ һаҡлау, урман сәнәғәте, экология, мәҙәниәт, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек итәсәк. Шулай уҡ дәүләт милли һәм йәштәр сәйәсәтен ғәмәлгә ашырыу, халыҡты социаль яҡлау, мәғлүмәтләштереү һәм элемтә, киң мәғлүмәт саралары, йәмәғәт ойошмалары менән үҙ-ара килешеп эш итеү өлкәһендә тәжрибә уртаҡлашыу күҙ уңында тотола. Ҡул ҡуйғандан һуң яҡтар берлектәге инвестиция проекттарын ғәмәлгә ашырыу мөмкинлектәрен тикшерҙе, тип билдәләнеләр Башҡортостан Башлығының матбуғат хеҙмәтендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика