10:10 (UTC+5), 19 Июня 2015

Башҡортостанда алты меңгә яҡын кеше талпандан зыян күргән

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда алты мең самаһы кеше талпандан тешләнгән. Роспотребнадзорҙың төбәк идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, һуңғы мәғлүмәттәр буйынса талпандан тешләнгән 5976 кеше медицина ярҙамы һорап мөрәжәғәт иткән, улар араһында 1791 бала бар.
Дауаханаға килгәндәрҙең 31,6 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 80,6 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән.
Зыян күреүселәрҙән алынған талпандарҙың 5,5 проценты (266 бөжәк) – талпан энцефалиты вирусы, 15,9 проценты (352 талпан) боррелиоз менән зарарланған.
Бөгөнгө көнгә талпан энцефалиты һәм боррелиозы менән сирләүҙең икешәр осрағы теркәлгән.
Табиптарҙың һүҙҙәре буйынса, талпан энцефалитына ҡаршы вакцинаны йыл әйләнәһенә яһатырға була. Әммә икенсе привика яһатҡандан һуң кәм тигәндә ике аҙна үткәс кенә тәбиғәт ҡосағына сығырға мөмкин.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика