Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ике метр бейеклегендәге бронзанан яһалған
«Ете ҡыҙ» фонтанының скульптура композицияһы башҡорт халыҡ легендаһы нигеҙендә төҙөлә. Яңы фонтан төҫлө һәм музыкаль итеп эшләнә. Фонтан эргәһендәге экранда Фәйзи Ғәскәров ҡуйған билдәле лирик бейеү күрһәтеләсәк. Ҡалалағы иң ҙур фонтан 30 июндә асыла.