06:20 (UTC+5), 17 Июня 2015

Башҡортостан халҡы «Реаль эштәр» проекты ярҙамында хәл итеү өсөн мәсьәләләр билдәләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 17 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостанда «Берҙәм Рәсәй»ҙең «Реаль эштәр» проектын ғәмәлгә ашырыу дауам итә. Райондарҙа йәшәүселәр граждандар йыйылышында партия ярҙамында хәл итергә мөмкин булған мәсьәләләрҙе билдәләй. Ошо көндәрҙә программаға Учалы һәм Кушнаренко райондары ҡушылды.
Учалылар эшсе төркөм төҙөгән, уны район хакимиәте башлығының социаль сәйәсәт буйынса урынбаҫары Зөһрә Гордиенко етәкләй. Төркөм составына Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай һәм район Советы депутаттары, предприятие һәм ойошма етәкселәре лә ингән.
Граждандар йыйылышында проектты тормошҡа ашырыу шарттарына ярашлы билдәләнгән башланғыстар тикшерелде. Әлеге ваҡытта республика Дәүләт Йыйылышына тәҡдим итеү өсөн документтар пакеты әҙерләнә, сөнки программа сиктәрендә республика бюджетынан муниципаль райондарға һәм ҡала округтарына субсидиялар бүлеү ҡаралған. Учалылар субсидия алыуға ғына өмөтләнмәй, урында бюджеттан тыш сараларҙы ла йәлеп итеү мәсьәләһе хәл ителәсәк. Районда «Реаль эштәр»ҙе ғәмәлгә ашырыу барышында йыйылған аҡсаны балалар баҡсаларын һәм ауыл клубтарын ремонтлауға йүнәлтеү планлаштырыла.
Партияның төбәк бүлексәһенән хәбәр итеүҙәренсә, Кушнаренко районы халҡы ла йыйылыш үткәргән, унда мөһим мәсьәләләр күтәрелгән. Улар араһында – район үҙәгенең һыу бүлгес һәм һыу менән тәьмин итеү, шулай уҡ урамдарҙы яҡтыртыу системаһын камиллаштырыу кәрәклеге. Әммә ҙур проблемаларҙы хәл итеү күп аҡса талап итә, шуға күрә яңғыраған тәҡдимдәрҙең проектҡа ярашлыһы ғына һайлап алынған. Тәү сиратта йәй көнө велоспорт менән шөғөлләнергә, ҡышҡыһын саңғыла йөрөргә, биатлонды үҙләштерергә мөмкин булған майҙансыҡ төҙөләсәк.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика