12:24 (UTC+5), 15 Июня 2015

Республикала ҡала ситендәге 90 лагерҙа 11,7 мең бала ял итә

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Бөгөнгө көндә Башҡортостанда ҡала ситендәге 90 лагерҙа 11 700 бала ял итә. 20 июнгә тиклем ҡала ситендә тағы ла биш һауыҡтырыу учреждениеһы асыла, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Мәғариф министрлығынан.
Мәғариф министрлығының тәрбиә һәм өҫтәмә белем биреү бүлегенең әйҙәүсе белгес-эксперты Рәмзиә Биҡҡужина һүҙҙәренсә, 220 уҡыусы йәйге каникулдарының тәүге айын Ҡырымда үткәрә. Шуларҙың 180-е – Евпаториялағы «Салют» лагерында, 40 бала «Артек» халыҡ-ара балалар үҙәгендә ял итә.
Шулай уҡ бөтә ерҙә лә көндөҙгө лагерҙар эшләй.
Бынан тыш, әлеге ваҡытта дүрт палаткалы лагерь асылған, 519 кеше поход шарттарында ял итә.
Тағы ла бер йүнәлеш – хеҙмәт берекмәләре, унда үҫмерҙәргә һөнәри йүнәлеш йәки ваҡытлыса эшкә урынлашыу мөмкинлеге бирелә. Әлеге мәлдә 613 хеҙмәт берекмәләре эшләй, унда 17 700 кеше йәлеп ителгән.
Йәйге осорҙа социаль яҡтан хәүефле, ауыр тормош хәлендә һәм эске эштәр органдарында иҫәптә торған балаларҙы һәм үҫмерҙәрҙе һауыҡтырыуға һәм уларҙың мәшғүллегенә айырыуса ҙур иғтибар бирелә, тип һыҙыҡ өҫтөнә алдылар мәғариф ведомствоһында. Быйыл йәй республикала һауыҡтырыласаҡ һәм ваҡытлыса эшкә урынлаштырыласаҡ 385 мең баланың 85 меңе ауыр тормош хәлендә тороп ҡалған.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика