14:35 (UTC+5), 15 Июнь 2015

Рәсәй Сит ил эштәре министрлығы башлығы Башҡортостан блогерҙарының фаразын раҫланы

газета.ru
газета.ru
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Рәсәйҙең сит ил эштәре министры Сергей Лавров Башҡортостан блогерҙарының фаразын раҫланы. 21 мартта «Газета.ru» сайтында уның шәхси архивынан алынған фотолар баҫылғайны. Шуларҙың береһендә социаль селтәр менән файҙаланыусылар Ағиҙел йылғаһындағы ҡаяны — «Башҡортостан» милли паркында урынлашҡан иҫтәлекле урынды танып ҡалды.
Рәсәй тышҡы сәйәсәт ведомствоһы башлығы Сергей Лавров төшкән фотоһүрәттә Өс башлыҡ ҡаяһы күренә, ул Ағиҙел йылғаһы үрендә, «ҡырағай» туризм өсөн популяр булған ерҙә урынлашҡан. Селтәрҙәге һүрәттәрҙе сағыштырып ҡарағас, бер ниндәй ҙә шик ҡалмай — фотоһүрәт Башҡортостанда төшөрөлгән, ҡаяла (һулдан уңға) Карл Маркс, Фридрих Энгельс, Владимир Ленин һүрәтләнгән.
— Был фото үткән быуаттың 80-се йылдар аҙағында — 90-сы йылдар башында Ағиҙел йылғаһында төшөрөлгәндер, моғайын, — тип хәбәр итте Сергей Лавров «Башинформ» агентлығына. — Ул йылдарҙа беҙ даими рәүештә Ағиҙел йылғаһы буйлап аға инек, 1991 йылдан Бия, Мана (Енисейҙың ҡушылдығы), һуңынан Катунь һәм уның ҡушылдыҡтарына күстек.
Өс башлыҡ ҡаяһы Күгәрсен районы үҙәге Мораҡтан 50 километр алыҫлыҡта урынлашҡан. Башҡортостан туристары араһында таралған версия буйынса, ҡаялағы һүрәттәрҙе 1979-1980 йылдарҙа рәссам-альпинистар Татьяна һәм Булат Рәхимовтар төшөргән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика