11:48 (UTC+5), 15 Июнь 2015

Башҡортостан делегацияһы Санкт-Петербургта уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Санкт-Петербургта милли байрам – һабантуй ойошторолдо. Сара Ленинград өлкәһе Всеволожский районы Энколово ауылында уҙҙы, байрамға Ленинград өлкәһе губернаторы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Александр Дрозденко килде. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе урынбаҫары Йомабикә Ильясова етәкселегендәге рәсми делегация халыҡ байрамын тантаналы асыуҙа ҡатнашты.
Һабантуйҙа концерт номерҙары менән Санкт-Петербург, Ленинград өлкәһе, Башҡортостан һәм Татарстан ансамблдәре һәм ижади коллективтары сығыш яһаны.
Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры һәм «Мираҫ» йыр һәм бейеү фольклор ансамбле республикабыҙҙың ижади программаһын тәҡдим итте. Концерттың бер бүлеге Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланғайны. Артистар башҡорт яугирҙәренең бейеүен, «Ҡара юрға», «Любизар», «Майс вальсы», «45-тең яҙы», «Һалдат йыры» йырҙарын, хәрби попурри башҡарҙы. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда иғлан ителгән Әҙәбиәт йылы уңайынан сәхнәнән бөйөк фронтовик-шағир Мостай Кәримдең шиғырҙары яңғыраны.
«Һабантуй майҙанында арҡан буйлап сығыу, күҙ бәйләп көршәк ватыу, билбау көрәше һәм башҡа ярыштар ойошторолдо. Тирмәләрҙә һәм этноауылдарҙа милли ризыҡтарҙы тәмләп ҡарарға, спорт уйындарында ҡатнашырға, сувенирҙар һатып алырға мөмкин ине», — тип һөйләне Өфө ҡалаһы Совет районы хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика бүлеге етәксеһе Луиза Ғафарова.
1 из 12
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика