05:15 (UTC+5), 11 Июнь 2015

База кимәлендә математика буйынса БДИ һөҙөмтәләре: төбәктә «бишле» һәм «икеле» алыусылар бар

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 11 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. 10 июндә Башҡортостанда база кимәлендә математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы һөҙөмтәләре билдәле булды. Республика Мәғариф министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, унда 13260 кеше ҡатнашҡан. Имтихан биш баллы шкала буйынса баһаланды. Әммә бында ла максималь 20 балл йыйырға мөмкин ине. 17-20 балға яҙған уҡыусылар «бишле» билдәһен алды.
Һынау тотоусыларҙың 526-һы 20 балл йыйған. 4628 уҡыусы — «бишле», 5548-ҙе — «дүртле», 2405 кеше «өслө» билдәһенә яҙған.
Республикала 679 кеше «икеле» алған. Әгәр ҙә уларҙың рус теленән БДИ һөҙөмтәләре ҡәнәғәтләнерлек булһа, резерв көндәрҙә математиканы ҡабаттан тапшырасаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быйыл математика буйынса Берҙәм дәүләт имтиханы база һәм профилле кимәлгә бүленде. Аттестат алыу өсөн сығарылыш уҡыусылары база кимәлендәге имтихан бирҙе.
Математиканан профилле имтихан һөҙөмтәләре 14 июндә билдәле буласаҡ.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика