16:26 (UTC+5), 09 Июня 2015

«Юлдаш» каналы йәнә Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы тип танылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы икенсе йыл рәттән «Волга буйы федераль округының иң яҡшы радиоһы» тип танылды.
Мәскәүҙә Radio Station Awards – 2015 Бөтә Рәсәй конкурсы еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы уҙҙы. Быйыл конкурста Рәсәйҙән 150-нән ашыу радио ҡатнашты, бөтәһе 25 номинация билдәләнде. Еңеүселәрҙе тыңлаусылар үҙҙәре асыҡланы. «Юлдаш» радиоһы өсөн 40 меңгә яҡын кеше тауыш бирҙе.
— «Юлдаш» — Бөтә Рәсәй конкурсында еңеү яулаған берҙән-бер милли радио. Был награда «Юлдаш»тың ысын мәғәнәһендә халыҡ радиоһы икәнлеген тағы бер тапҡыр раҫлай, улар өсөн мәғлүмәт, аналитика, йыр-моң тормоштарының айырылғыһыҙ бер өлөшө булып тора, — тип хәбәр итте радио хәбәрсеһе Марсель Байдәүләтов.
Радио етәкселәре һәм журналистар өсөн «Төбәк радиоһының үҫеш мөмкинлектәре» темаһына конференция ойошторолдо, унда медиаиндустрия белгестәре сығыш яһаны.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика