19:25 (UTC+5), 09 Июнь 2015

Баш ҡалала «Вакцинация - сәләмәт милләт» бөтә Рәсәй кампанияһы менән таныштырҙылар

ӨФӨ, 2015 йыл, 9 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә «Вакцинация - сәләмәт милләт» бөтә Рәсәй кампанияһы менән таныштырҙылар. Мәғлүмәт марафонын Рәсәйҙең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тәҡдиме менән Медицина ярҙамын күрһәтеүгә бәйле инфекцияларҙы контролдә тотоу буйынса белгестәрҙең милли ассоциацияһы, Рәсәйҙең медик-социаль мәғлүмәт агентлығы ойошторған. Уның төп маҡсаты — иҫкәртеү мәсьәләләрендә киң мәғлүмәт сараларының һәм халыҡтың грамоталылығын арттырыу.
Федераль кампания сиктәрендә Мәскәүҙә, Новосибирскиҙа һәм Красноярскиҙа журналистар өсөн семинарҙар, матбуғат конференциялары һәм вакцина ярҙамында иҫкәртеү тураһында фәнни фильмдар күрһәтелгән. Проекттың Өфөләге презентацияһына Волга буйы федераль округының киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре килде. Абруйлы эксперттар, төбәк Һаулыҡ һаҡлау министрлығы вәкилдәре журналистарҙың һорауҙарына яуап бирҙе. Сеченов исемендәге Мәскәү дәүләт медицина университеты доценты, эпидемиология буйынса профилле комиссия секретары Роман Полибин билдәләүенсә, донъяла вакцина ярҙамында иҫкәртеүгә 220 йыл үткән һәм ошо заманса ысул һөҙөмтәһендә миллиондарса кешенең ғүмере ҡотҡарып ҡалына, ғүмер оҙайлығы арта.
Һуңғы йылда Башҡортостанда төбәк халҡын вакцинациялау арҡаһында дифтерия, полиомиелит, һын ҡатыу, ҡыҙылса осраҡтары теркәлмәгән, туберкулез, В гепатиты менән ауырыу кәмегән, тип иҫәпләй СПИД-ҡа һәм инфекция сирҙәренә ҡаршы көрәш буйынса республика үҙәгенең баш табибы Рафаэль Яппаров.
Вакцина ярҙамында иҫкәртеүҙең мөһимлегенә йәмәғәтселектең иғтибарын арттырыу һәм ошо хаҡтағы мәғлүмәттең асыҡлығын тәьмин итеү маҡсатында www.yaprivit.ru порталы булдырылған. Медицина һәм фәнни яҡтан тикшерелгән мәғлүмәт сығанағында инфекция ауырыуҙары, вакциналар хаҡында белергә, борсоған һорауҙарға яуап алырға була.
Бөгөнгө көндә донъяла 1,5 меңдән ашыу инфекция иҫәпләнә, кешелек иҫкәртеү прививкалары ярҙамында бары тик 30 иң хәүефле инфекцияны ғына булдырмаҫҡа һәләтле. Хәҙер Рәсәйҙә прививкалар календарына һыу сәсәгенә, өлкән йәштәге балалар өсөн папиллома вирусына, аналыҡтағы яман шешкә ҡаршы өҫтәмә вакциналар индереү тураһында мәсьәлә ҡарала.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика