05:55 (UTC+5), 05 Июня 2015

Төбәктең «Интеллум» командаһы «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» донъя рейтингының тәүге йөҙ иҫәбенә инде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Уйын технологиялары республика ассоциацияһының «Интеллум» командаһы «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйындарының бөтә Рәсәй һәм халыҡ-ара майҙансыҡтарында уңышлы сығыш яһаны. Тәүҙә команда Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу өсөн Санкт-Петербург ҡалаһына юлланды. Бәйге 2001 йылдан бирле ойошторола, ошо йылдар эсендә Өфө дүрт тапҡыр ғына турнирға һайлап алыуҙы үтте. Был юлы өфөләр 74 команда араһында 32-се урынды яуланы.
Рәсәй чемпионатынан һуң Санкт-Петербург интеллектуаль клубының 15 йыллығына арнап үткәрелгән интеллектуаль уйындар фестивалендә Башҡортостан менән легендар Максим Поташевтың командалары өсөнсө урынды бүлеште.
Санкт-Петербургта сығыш яһағас, «Интеллум» Молдоваға, «Знатокиада 2015» уйындарына юл тотто. Илдәрҙең Олимпия кубогында өфөләр Израилдең йыйылма командаһы менән 11-се урынға лайыҡ булды. Яҡташтарыбыҙ «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» уйынсыһы Григорий Алхазов етәкләгән Молдова йыйылма командаһын, шулай уҡ Белоруссия, Румыния, Болгария һәм Грузия йыйылмаларын артта ҡалдырҙы.
Уңышлы сығыш яһау «Интеллум» командаһына «Нимә? Ҡайҙа? Ҡасан?» донъя рейтингының тәүге йөҙ иҫәбенә инергә мөмкинлек бирҙе. Хәҙер унда 24 000 ашыу команда иҫәпләнә. Быға тиклем Өфөнөң бер командаһы ла донъяның абруйлы тәүге йөҙ командаһы исемлегенә эләкмәне, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың Фәнгә ярҙам итеү һәм уны үҫтереү фондынан.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика