Институтта директор Айһылыу Юнысова етәкселегендә яңы ғилми йүнәлеш — динде өйрәнеү үҫешә. Тикшеренеү һәм музей эшендә мәғлүмәт технологиялары файҙаланыла башланы. Бында тарих, археология, динде өйрәнеү һәм этнография өлкәһендәге фәнни тикшеренеүҙәрҙә заманса алымдарҙы әүҙем ҡулланыусы йәш ғалимдар эшләй. Тәүге һөҙөмтәләр ҙә бар: 3D форматында Археология һәм этнография музейының виртуаль экспозицияһы булдырылды. Уны институттың
сайтында күрергә мөмкин.