07:06 (UTC+5), 05 Июня 2015

Өфөлә «Ҡурай» телеканалының мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымтаһы барлыҡҡа килде

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 5 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Өфөлә «Ҡурай» телеканалының мобиль ҡоролмалар өсөн ҡушымтаһы барлыҡҡа килде. Башҡортостан юлдаш каналында «Йома» тапшырыуын яҙҙырғанда Рәсәй мосолмандарының Үҙәк диниә назараты рәйесе Тәлғәт Тажетдин ҡушымтаға фатиха бирҙе. Хәҙер телеканалды донъяның теләһә ниндәй мөйөшөндә ҡарарға була, тип хәбәр итте Башҡортостан юлдаш телевидениеһының матбуғат секретары Альбина Ғатауллина.
«Һәр халыҡ өсөн мәҙәни мираҫты һаҡлау мөһим, әммә йәш быуында туған телгә һәм йолаларға һөйөү уятыу беренсе урында тора. Бының өсөн уңайлы шарттар кәрәк. Был башҡорт теле һәм уның мәҙәниәте үҫешенә өлөш индереү. «Ҡурай» каналының ҡушымтаһына фатиха бирәбеҙ һәм телерадиокомпанияның дөрөҫ үҫеш йүнәлешен билдәләүенә ышанабыҙ — халыҡҡа, уның йәшәү шарттарына яҡыныраҡ булырға кәрәк», — тине Юғары мөфтөй.
«Ҡурай» телеканалының ҡушымтаһын ios һәм android операцион системаларында бөтә мобиль ҡоролмаларға күсерергә мөмкин.
1 из 4
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика