12:38 (UTC+5), 02 Июня 2015

Республикала автоһәүәҫкәрҙәрҙең яртыһы тиерлек кредитҡа автомобиль һатып ала

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан халҡы бик теләп кредитҡа автомобиль һатып ала. Статистика күрһәтеүенсә, ағымдағы йылдың апрель айында республикала һатып алынған яңы автомобилдәрҙең 47,6 проценты өсөн ай һайын банкка түләп барырға кәрәк.
Быйыл апрелдә «Автостат» аналитика агентлығы һәм Кредит хәленең милли бюроһы яңы еңел автомобилдәр һатыу һәм автокредит биреү һөҙөмтәләре буйынса тикшереү үткәрҙе. Уға ярашлы, бурысҡа алынған автомобилдәрҙең һаны ағымдағы йылдың беренсе кварталына ҡарағанда күберәк. Дөйөм алғанда, апрелдә рәсәйҙәр 110 479 яңы машина һатып алған, шуларҙың 35 процентын — бурысҡа. Беренсе квартал йомғаҡтары буйынса был күрһәткес 20,1 процент тәшкил иткән.
«2015 йылдың апрелендә яңы автомобилдәр баҙары былтырғы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 49 процентҡа кәмерәк, — тип һөйләй «Автостат» аналитика агентлығының башҡарма директоры Сергей Удалов. — Әммә кредит ойошмаларының ярҙамы тойола, был иһә тармаҡта һатыуҙың артыуына өмөт бирә».
Башҡортостанда күрһәткес Рәсәйҙекенән юғары. Апрель айында республикала йәшәүселәр 3441 яңы машина һатып алған, шуларҙың 1638-ен — кредитҡа. Шулай итеп, Башҡортостанда кредитҡа алынған автомобилдәрҙең өлөшө — 47,6, Рәсәй буйынса 35 процент тәшкил иткән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика