13:52 (UTC+5), 02 Июня 2015

Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан «Первушин» аэродромында хәрби-тарихи реконструкция үткәрелә

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 2 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. 20 июндә Өфөнән алыҫ түгел «Первушин» аэродромында «Беҙ үткәндәрҙән» тип аталған хәрби-тарихи реконструкция уҙғарыла. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2007 йылдан алып Өфөнөң төрлө майҙансыҡтарында ошондай саралар ойошторола. Быйыл күләмле проект Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүҙең 70 йыллығына бағышланған.
Театрлаштырылған тамашала Икенсе донъя һуғышы йылдарындағы хәрби техника: мотоциклдар, автомобилдәр, совет һәм немец танктары файҙаланыласаҡ. Ойоштороусылар 45 миллиметрлы пушканы ла күрһәтергә вәғәҙәләй.
Сарала өфөләр, республика ҡалалары вәкилдәре, шулай уҡ Новосибирск, Кемеров, Пермь, Һамар, Тольятти, Екатеринбург, Силәбе, Новоуральск, Ульяновск, Киров ҡалаларынан ҡунаҡтар ҡатнаша. «Мюзет» төркөмө һуғыш осоро йырҙарынан торған концерт әҙерләй. Һуңынан авиашоу ойоштороласаҡ.
Сара көндөҙгө сәғәт 1-ҙә башлана. Инеү ирекле. Автобус Көньяҡ автовокзалдан сәғәт 12-лә китә. «Первушин» аэродромы Кушнаренко районында урынлашҡан. Аэродромға «Өфө — Ҡазан» трассаһы буйлап барырға була.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика