07:12 (UTC+5), 01 Июнь 2015

Рөстәм Хәмитов Әлшәй районындағы һабантуйҙа ҡатнашты

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. Рөстәм Хәмитов Әлшәй районына эш сәфәре барышында Яңы Сәпәш ауылында уҙғарылған һабантуйҙа ҡатнашты. Республика Башлығы ауыл халҡын яҙғы баҫыу эштәренең тамамланыуы менән ҡотланы һәм райондың алдынғы хеҙмәткәрҙәренә дәүләт наградалары тапшырҙы.
– Һабантуй – һәммәбеҙҙең дә яратҡан байрамы. Туғандарыбыҙ һәм яҡындарыбыҙ, дуҫтарыбыҙ һәм яҡташтарыбыҙ менән бергәләп йәйҙең башланыуына шатланабыҙ, тыуған еребеҙҙе һәм игенсенең хеҙмәтен данлайбыҙ, – тине төбәк етәксеһе. – Республика һабантуйҙы яҡшы кәйеф менән ҡаршылай. Һәр йыл – беҙҙең өсөн яңы ҡаҙаныштар мәле. 2015 йыл да шулай буласаҡ, сөнки Башҡортостан – уңған эшсәндәрҙең, үҙ эше оҫталарының тыуған ере. Барыбыҙ ҙа Башҡортостанда йәшәүебеҙ менән ғорурланабыҙ.
Байрамда район алдынғыларының парады, «Бригадирҙар конкурсы» һәм башҡа спорт ярыштары ойошторолдо. Республика Башлығы ауыл хужалығы техникаһы күргәҙмәһен, райондың ауыл хужалығы предприятиелары тирмәләрен ҡараны, балалар һабантуйы, милли көрәш, көс күнекмәләре майҙансыҡтарында булды, конкурстарҙа ҡатнашты.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика