13:25 (UTC+5), 01 Июня 2015

Башҡортостанда йәй Кәкүк карнавалынан башланды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 1 июнь. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ләйлә Аралбаева/. Башҡортостандың Нуриман районында «Кәкүк сәйе» икенсе республика этно-фестивале уҙғарылды. Байрамда 500-ҙән ашыу кеше ҡатнашты. Фестиваль сиктәрендә «Кәкүк карнавалы», «Иң яҡшы башҡорт сәйе рецебы», «Иң яҡшы кәкүк бейеүе», «Иң яҡшы кәкүк йыры», «Иң яҡшы кәкүк костюмы», «Иң яҡшы кәкүк бутҡаһы рецебы» конкурстары ойошторолдо.
Нуриман районының мәғариф учреждениелары күргәҙмәләр әҙерләгән, тарихи-мәҙәни үҙәктәр «Кәкүк сәйе» йолаһын күрһәтте, фольклор коллективтары ҡунаҡтарҙы йыр-бейеүҙәр менән шатландырҙы. Ғафури районы Сәйетбаба ауылының тарихи-мәҙәни үҙәге байрамдың мәҙәни өлөшөн тәҡдим итте. Шулай уҡ шифалы үләндәр буйынса белгес Гордеевтың семинары булды, белгестәр кәңәштәр бирҙе. Барыһы ла тәмле үлән сәйҙәре, бал һәм милли ризыҡ менән һыйланды.
«Республикала Кәкүк сәйе кеүек байрамдарҙы һаҡларға һәм үҫтерергә, Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә кәрәк», — тип билдәләне Дәүләт Думаһы депутаты, Башҡортостан халыҡтары ассамблеяһы Советы рәйесе Зөһрә Рәхмәтуллина.
Фестиваль ҡунаҡтары араһында Нуриман районы ветерандары һәм Өфө ҡалаһынан Өсөнсө быуын университеты тыңлаусылары бар ине. Сарала ҡатнашыусы балалар өсөн анимациялы программа әҙерләнгәйне. Башҡортостандың Туризм үҙәге социаль приюттарҙағы балалар фестивалдә ҡатнашһын өсөн махсус программа төҙөгән. Балаларҙың фотоэштәре махсуслаштырылған күргәҙмәгә индерелде.
«Фестиваль артабан да үҫешер һәм Нуриман районының туристик брендына әүерелер, тип ышанабыҙ», — тип билдәләне Нуриман районы хакимиәте башлығы Азамат Носратуллин.
«Кәкүк сәйе» байрамы яҙғы-йәйге осорҙа үткәрелә. Тәбиғәт ҡосағында сәй эсеү, уйын-көлкө, бейеү ойошторола. Унда халыҡтың ҡышҡы йоҡонан уянған тәбиғәткә табыныуы, ҡоштарҙың йылы яҡтан ҡайтыуына шатланыуы сағыла.
«Кәкүк сәйе» фестивален ойоштороусылар — Нуриман районы хакимиәте, «Павловка паркы» тау саңғыһы үҙәге, Башҡортостандың Сауҙа-сәнәғәт палатаһы, республиканың Туристик индустрия союзы, Халыҡтар дуҫлығы йорто, Мәҙәниәт министрлығы, Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы, Башҡортостандың Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты булышлығында Туризм үҙәге.
1 из 18
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика