05:33 (UTC+5), 29 Мая 2015

Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС илдәренең Һаулыҡ һаҡлау аҙналығына арналған конференцияла сығыш яһаны

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 28 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы илдәрҙең Һаулыҡ һаҡлау аҙналығына һәм Рәсәйҙең медицина, фармацевтика юғары уҡыу йорттары һәм Рәсәй-Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһы Ректорҙар советының берлектәге ултырышына арналған конференцияның пленар ултырышында сығыш яһаны.
— Бөгөнгө медицинаның торошо — цивилизациялы үҫеш, кешелек мәҙәниәтенең ошо йүнәлештәге үҫеше, — тине төбәк етәксеһе. — Һуңғы ваҡытта дәүләт медицина үҫешенә ҙәр өлөш индерә. Мәҫәлән, былтыр Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлауға бүленгән финанс күләме 50 миллиард һумдан ашып киткән. Беҙҙә 4 миллиондан ашыу халыҡ йәшәй. Һаулыҡ һаҡлауға йүнәлтелгән инвестициялар бик етди.
Шуның менән бергә Рөстәм Хәмитов һаулыҡ системаһы эшмәкәрлеге һөҙөмтәләренең ҡыуанырлыҡ булмауын билдәләне. Мәҫәлән, республикала уртаса ғүмер оҙонлоғо күрһәткестәре Рәсәйҙекенән түбән. Үлем күрһәткестәре юғары.
— Медицина берләшмәләре алдында сығыш яһағанда һәр ваҡыт һаулыҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренең, табиптарҙың үҙ сәләмәтлегеңә мөнәсәбәт йәһәтенән генә түгел, йәмәғәтселек фекере лидерҙары булырға тейешлеге хаҡында һөйләйем. Улар халыҡты әйҙәүсе, киләсәккә юл күрһәтеүсе кешеләр, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Башҡортостан Башлығы.
25 майҙан 29-на тиклем Өфөлә ШОС һәм БРИКС саммиттарында ҡатнашыусы илдәрҙең Һаулыҡ һаҡлау аҙналығы уҙғарыла. Уның сиктәрендә акушерлыҡ һәм гинекология, стоматология, нур диагностикаһы, сәләмәт йәшәү рәүеше, эндохирургия, фармакотерапия, педиатрия, урология, дерматовенерология йүнәлештәре буйынса конференциялар ойошторола. Шулай уҡ Рәсәйҙең медицина, фармацевтика юғары уҡыу йорттары һәм Рәсәй-Ҡытай медицина университеттары ассоциацияһы Ректорҙар советының берлектәге ултырышы була. Унда «Медицина белеме» йүнәлеше буйынса Рәсәй һәм Ҡытай вуздарының халыҡ-ара хеҙмәттәшлеге тикшереләсәк. Һаулыҡ һаҡлау аҙналығының төп темаһы — быйыл иғлан ителгән Йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү һәм дауалау йылын үткәреү.
1 из 14
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика