12:09 (UTC+5), 29 Май 2015

Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 29 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 29 майҙа Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың дәүләт наградаларын тапшырҙы. Сәнәғәт, энергетика, төҙөлөш, ауыл хужалығы, транспорт, социаль өлкә, дәүләт хеҙмәте, муниципаль идаралыҡ, әҙәбиәт һәм сәнғәт, мәҙәниәт, фән һәм киң мәғлүмәт саралары өлкәләрендә эшләгән 45 хеҙмәткәрҙең, шулай уҡ йәмәғәт эшмәкәрҙәренең һөнәри ҡаҙаныштары ордендар, маҡтаулы исемдәр, почет грамоталары, рәхмәт хаттары менән билдәләнде.
— Бөгөн бында төрлө тармаҡта эшләүселәр йыйылған. Республика кимәлендә танылған кешеләр ҙә бар. Уларҙы телевизорҙа, гәзит биттәрендә күрергә мөмкин. Залда үҙҙәренең районында, ауылында билдәле булған хеҙмәт алдынғылары бар. Бүләкләнеүселәрҙең барыһы ла ошо наградаға лайыҡ. Һеҙ яҡшы, намыҫлы эшләүегеҙ менән күптәргә өлгө булып тораһығыҙ, — тине Рөстәм Хәмитов.
Бүләкләнеүселәр хаҡында һөйләгәндә, республика Башлығы Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының аккомпаниаторы-концертмейстеры, баянсы Редик Фәсхетдинов тураһында әйтеп үтте.
— Минең Редик Фәсхетдиновҡа бәйле хәтирәләрем бар. Алыҫ 70-се йылдарҙа Германия Демократик Республикаһы һәм Өфө араһында уҡыусылар менән алмашыу делегацияһына эләктем. Ул ваҡытта Редик Әхмәт улы беҙҙең менән ине. Беҙ ай буйына бейенек, йырланыҡ, ул баянда уйнаны. Ул бик һәләтле кеше, даими эшләй. Шундай кешеләрҙе бүләкләү бик күңелле, — тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Башҡортостан Башлығы бүләкләнеүселәрҙең барыһына ла яҡшы эшләүҙәре өсөн рәхмәт белдерҙе.
— Һеҙ бөтәгеҙ ҙә наградаға лайыҡ. Тормош юлығыҙ бик ҡыҙыҡлы, уңыштарығыҙ байтаҡ. Һеҙ беҙгә һәм йәш быуынға өлгө, йүнәлеш биреүсе маяҡ булып тораһығыҙ, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рөстәм Хәмитов.
Сығыштың тулы стенограммаһы һәм бүләкләнеүселәрҙең исемлеге республика Башлығының рәсми сайтында баҫылған.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика