Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
82.02
-0.57
93.25
-0.08
67.96
+2.11
10+ °C
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Май 2015, 13:37

Өфөлә 12 автобус маршруттары ваҡытлыса үҙгәртелә һәм 19-сы троллейбус хәрәкәте туҡтатыла

ӨФӨ, 2015 йыл, 27 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Розалиә Вәлиева/. Баш ҡаланың Мәжит Ғафури урамында ШОС һәм БРИКС саммиттары журналистары өсөн матбуғат үҙәге төҙөлөүгә бәйле 12 автобус маршруттарының хәрәкәте үҙгәртелә һәм 19-сы троллейбус хәрәкәте ябыла, тип хәбәр итә Өфө хакимиәте.
28 майҙан 11 июлгә тиклем Зәки Вәлиди урамында Аксаков урамы киҫелешенән алып һәм Ғафури урамында Пушкин урамы киҫелешенә тиклем хәрәкәт ябыла. Зәки Вәлиди урамында 19-сы троллейбус хәрәкәте ваҡытлыса туҡтатыла.
6-сы, 59э, 75с, 202-се, 228-се, 242-се, 249-сы, 255-се, 256-сы, 262к, 266-сы, 290-сы маршруттар буйынса йөрөгән автобустарҙың да хәрәкәте үҙгәрә.
Туҡталыш урындары хаҡында мәғлүмәт Өфө мэрияһының сайтында баҫылған.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 8 июлдән 11-нә тиклем баш ҡалала ШОС һәм БРИКС саммиттары уҙғарыла. Конгресс-холл эргәһендәге матбуғат үҙәгендә тәүлек әйләнәһенә донъяның төрлө илдәренән биш меңгә яҡын журналист эшләйәсәк.
Читайте нас: