12:29 (UTC+5), 26 Мая 2015

Өфөлә инвалид балалар өсөн Рәсәйҙә берҙән-бер ябыҡ теннис корты асылды

Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәте Башҡортостан ойошмаһының матбуғат хеҙмәте
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 26 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Гөлфиә Акулова/. Өфөлә инвалид балалар өсөн Рәсәйҙә берҙән-бер ябыҡ теннис корты асылды. Яңы спорт объектын асыу тантанаһы Өфөнөң 13-сө махсус мәктәп-интернатында уҙҙы. Сарала Өфө хакимиәте башлығы Ирек Ялалов, Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта, республиканың Мәғариф министрлығы вәкилдәре, Рәсәйҙең атҡаҙанған спорт мастеры Ирек Зарипов, Бөтә Рәсәй инвалидтар йәмғиәтенең Башҡортостан ойошмаһы рәйесе Олег Ротов, башҡа саҡырылған ҡунаҡтар, уҡытыусылар һәм уҡыусылар ҡатнашты.
Теннис корты һигеҙ айҙа, республиканың Социаль маҡсатлы программалар фонды заказы буйынса «Төньяҡ-көнбайыш магистраль нефть үткәргестәр» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең хәйриә иғәнәләренә төҙөлгән. Генераль подрядсыһы — «МонолитПроектСтрой» компанияһы. Компания директоры Светлана Хатимова һүҙҙәренсә, спорт ҡоролмаһының майҙаны 810 квадрат метр тәшкил итә. Төҙөлөш өсөн киткән сығым — 10 миллион һумдан ашыу.
Тренер Вячеслав Шемаев әйтеүенсә, терәк-хәрәкәт ағзалары боҙолған инвалид-балалар йәшәгән, белем алған һәм реабилитация үткән уҡыу йортондағы ҙур спорт ҡоролмаһы Рәсәйҙә генә түгел, донъяла берәү генә. Башҡортостандың йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Андрей Иванюта йәш спортсыларға былтыр Сочиҙағы Паралимпиадала булған факелды бүләк итте.
Спорт комплексында шулай уҡ тренажер залы, кейем алмаштырыу, душ, тренерҙар һәм медицина хеҙмәткәрҙәре өсөн бүлмәләр бар.
Йәш спортсылар яңы майҙансыҡ асылыуын шатланып ҡабул итте. Күҙәтеүҙәр буйынса, теннис уйнау һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Тенниссылар саҡырылған ҡунаҡтарға сағыу программа тәҡдим итте, мәктәп-интернат уҡыусылары концерт номерҙарын күрһәтте һәм үҙ ҡулдары менән яһаған эштәрен бүләк итте.
1 из 20
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика