Башҡортостан һәм Өфө яңылыҡтары
80.23
0
91.98
0
62.51
+0.52
-7 °C
Болотло
Баш
Рус
Eng
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
21 Май 2015, 17:52
Республикала талпан ҡаҙалыуҙың 2220 осрағы теркәлгән
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 21 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Башҡортостанда әүәлгесә талпан ҡаҙалыу осраҡтары теркәлә. Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы мәғлүмәттәре буйынса, миҙгел башланғандан бирле республиканың медицина ойошмаларына талпандан тешләнгән 2220 кеше мөрәжәғәт иткән. Уларҙың 793-ө — балалар.
Дауаханаға килгәндәрҙең 39,2 процентына, шул иҫәптән балаларҙың 73,6 процентына иммуноглобулин профилактикаһы үткәрелгән. Гигиена һәм эпидемиология үҙәге лабораторияһында 1 апрелдән алып 2189 талпан тикшерелгән, уларҙың 151-ендә энцефалит вирусы асыҡланған.
Әлеге көндә талпан энцефалиты һәм боррелиоз менән ауырыусылар теркәлмәгән.
Теги:
һаулыҡ һаҡлау
роспотребнадзорҙың башҡортостан буйынса идаралығы
Читайте нас