07:43 (UTC+5), 20 Май 2015

Өфөлә БРИКС илдәренең элемтә һәм киң коммуникациялар министрҙары осрашыуы уҙа

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 20 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Әлим Фәйезов/. Башҡортостандың баш ҡалаһында 9-10 июлдә Өфөлә үтәсәк БРИКС саммитының дауамы булараҡ Рәсәй, Көньяҡ Африка Республикаһы, Һиндостан, Ҡытай Халыҡ Республикаһы һәм Бразилия илдәренең элемтә һәм киң коммуникациялар министрҙары осрашыуы уҙа. Бындай ҡарар Кейптаунда Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Николай Никифоровтың Көньяҡ Африка Республикаһының элемтә министры Файт Мутамби һәм телекоммуникациялар һәм почта элемтәһе министры Сиабонги Квеле менән осрашыуы барышында ҡабул ителде.
Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар министры Көньяҡ Африкалағы коллегалары менән БРИКС илдәренең ИТ-компаниялары менән хеҙмәттәшлек нигеҙендә асыҡ операция системаһында альтернатив программа продукттарын әҙерләүҙе үҫтереү өсөн халыҡ-ара индустриаль консорциум булдырыу мөмкинлеген тикшерҙе. «Хәҙерге көндә мобиль операция системаһын булдырыу буйынса халыҡ-ара проект әҙерләнә, уға бер нисә БРИКС илдәре инә. Партнерҙар араһында Көньяҡ Африка Республикаһынан, БРИКС-тың башҡа илдәренән инвесторҙарҙы күрергә теләйбеҙ», — тине Николай Никифоров.
Николай Никифоров Көньяҡ Африка Республикаһының элемтә министры Файт Мутамби менән киң коммуникациялар өлкәһендә БРИКС илдәре хөкүмәттәре араһында килешеүҙе әҙерләүҙе тикшерҙе.
Рәсәйҙең элемтә һәм киң коммуникациялар башлығының Көньяҡ Африка Республикаһының телекоммуникациялар һәм почта элемтәһе министры Сиабонги Квеле менән осрашыуында интернет менән идара итеүҙе халыҡ-ара кимәлгә еткереү, электрон хөкүмәт, спутник бәйләнеше өлкәһендә хеҙмәттәшлек итеү, халыҡ-ара роумингтың хаҡын төшөрөү мәсьәләләре хаҡында һүҙ барҙы, тиелә ведомствоның белдереүендә.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адресы
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Реклама хеҙмәте
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика