06:47 (UTC+5), 19 Мая 2015

Өфө урамдарында туристар өсөн файҙалы Яндекс.Карталар барлыҡҡа килде

Өфө хакимиәте сайтынан
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Өфө урамдарында Яндекс.Карталар менән ун мәғлүмәт стенды ҡуйылды. Унда ҡаланың иҫтәлекле урындары хаҡында мәғлүмәт бирелгән. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, ошо маҡсат өсөн реклама урындарын «Ҡала рекламаһы» муниципаль бюджет учреждениеһы биргән. Проект Яндекс башланғысы буйынса мэрия менән берлектә ғәмәлгә ашырылған.
Бөгөнгө көндә ҡалала 10 мәғлүмәт стенды бар. Һәр картала яҡында урынлашҡан һәйкәлдәр һәм музейҙар билдәләнгән, уларға нисек барырға һәм юлға күпме ваҡыт китәсәге күрһәтелгән. Мәҫәлән, Еңеүҙең 50 йыллығы скверынан алыҫ түгел 10 музей һәм 20 һәйкәл бар. Ярты сәғәт эсендә – Заманса сәнғәт музейына, 40 минутта Аксаков йортона барып етергә мөмкин. Дөйөм алғанда, макеттарҙа Өфөләге 39 һәйкәл һәм 19 музей урын алған. Музейҙарҙың эш режимы, бәйләнештәр һәм билет хаҡы күрһәтелгән.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика