06:19 (UTC+5), 19 Мая 2015

Өфө нефть университеты Ҡытайҙың юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәсәк

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Өфө дәүләт нефть техник университеты Ҡытайҙың юғары уҡыу йорто менән хеҙмәттәшлек итәсәк. Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизиндың, стратегик үҫеш буйынса проректор Марат Хөсәйеновтың һәм Халыҡ-ара хеҙмәттәшлек идаралығы етәксеһе Наил Чанышевтың Ҡытай нефть университетына рәсми сәфәре барышында ошо хаҡта һөйләшеп килешелде.
Уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, сәфәр сиктәрендә ике вуздың фәнни һәм белем биреү хеҙмәттәшлеге, академик мобиллек хаҡында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған. Атап әйткәндә, документ студенттарға телде өйрәтеү өсөн уҡытыусылар менән алмашыуҙы күҙ уңында тота. Ҡытай нефть университеты хеҙмәткәрҙәре Өфө нефть университетында — ҡытай, ә Өфө дәүләт нефть техник университеты уҡытыусылары Пекин университетында рус теленән уҡытасаҡ. Шулай уҡ бакалавр һәм магистр программалары буйынса «икеләтә диплом» программаһы ла ҡарала. Бынан тыш, өҫтәмә һөнәри белем биреү программалары, ғилми эштәр буйынса мәғлүмәт менән алмашыу булдырыласаҡ.
1 из 4
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика