12:21 (UTC+5), 19 Мая 2015

Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре башлана

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 19 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Май аҙағында Башҡортостанда, ғәҙәттәгесә, Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре үткәрелә. Республика ҡала һәм райондарында Рәсәйҙәге берҙән-бер сиркәү-дәүләт байрамына арналған бик күп саралар ойошторола.
Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йортонан хәбәр итеүҙәренсә, Өфө районында тантаналар «Ҡыҙыл Яр» тарихи-мәҙәни үҙәгендә 21 майҙа башлана. Бында ХХIII боронғо рус йыры район фольклор байрамы үтә. Программала биҙәү-ҡулланма сәнғәте һәм милли аҙыҡтар күргәҙмәһе ҡаралған. Байрамда Өфө районының фольклор коллективтары ҡатнаша.
Сарала ҡатнашыусылар һәм ҡунаҡтар рус тарихи-мәҙәни үҙәгенең эшмәкәрлеге менән танышасаҡ, 2015 йылдың апрелендә асылған Башҡортостан рустары музейын ҡараясаҡ.
Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә бағышланған тантаналар республиканың күп ҡала һәм райондарында уҙғарыла. Өфөлә сара бөгөн, 19 майҙа, киске сәғәт 6-ла 5-се Балалар музыка мәктәбендә концерт менән асыла. 22 майҙа Федоровка Мәҙәниәт йортонда «Ҡиммәтле мираҫ» исемле концерт була. 25 майҙа «Беренсе май» мәҙәниәт һәм ял паркында таҡмаҡтар бәйгеһе ойошторола.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика