06:23 (UTC+5), 18 Мая 2015

Рөстәм Хәмитов «1000 велосипедсы көнө» велоуҙышында ҡатнашты

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 18 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы/. 17 майҙа Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Халыҡ-ара велосипедсылар көнөнә арналған «1000 велосипедсы көнө» асыҡ ҡала фестивалендә ҡатнашты. Республика етәксеһе велосипедсылар менән бергәләп Ленин исемендәге майҙандан Совет майҙанына тиклем 10 саҡрым оҙонлоғондағы юл үтте. Баш ҡалала бишенсе тапҡыр үткәрелгән спорт байрамына ете меңдән ашыу кеше килде.
Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов фестивалдә ҡатнашыусыларҙың барыһын да велосипедсылар көнө менән ҡотланы: «Элек ул «1000 велосипедсы көнө» булһа, хәҙер иһә «10 мең велосипедсы көнө» тип атала. Беҙ йылдан-йыл артабыҙ. Әүҙем йәшәү рәүеше алып барабыҙ. Һеҙҙе тағы ла бер тапҡыр байрам менән ҡотлайым!».
Велоуҙыштан һуң Рөстәм Хәмитов велосипед хәрәкәте үҫешендә ыңғай динамика күҙәтелеүен билдәләне. «Миңә велосипедтан Өфө бик ныҡ оҡшаны. Ҡаланың үҙәк урамдары матурланған. Юлдарҙы ремонтлаһаҡ, барыһы ла һәйбәт буласаҡ. Велосипедтарға килгәндә, беҙ алға табан барабыҙ. Өфөлә генә түгел, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Ишембайҙа, район үҙәктәрендә лә. Мин барыһын да ошо транспорт төрө менән файҙаланырға саҡырам. Велосипед булғанда, машина кәрәкмәй. Бөгөн һәммәһенең дә кәйефе күтәренке, байрамса. Ниндәйҙер етешһеҙлектәр булһа ла, беҙ уларҙы күрмәйбеҙ. Сараны велосипедсылар союзы ойошторҙо. Уларға ҙур рәхмәт», — тине республика Башлығы.
1 из 10
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика