12:38 (UTC+5), 15 Мая 2015

Төбәктең Урмансылар паркында 200 ылыҫлы ағас ултыртыласаҡ

Олег Яровиков
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостандың Урмансылар паркында ағас ултыртыу буйынса акция уҙғарыла. Өфө хакимиәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, акция 16 майҙа Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнөндә ойошторола. Әүҙем ағзалар паркта 200 үҫенте ултыртырға ниәтләй.
Бөтә Рәсәй ағас ултыртыу көнө тәүге тапҡыр 2011 йылдың 14 майында үткәрелә. Акция йомғаҡтары буйынса, ете мең гектарҙан ашыу майҙанда 25 миллион самаһы үҫенте ултыртылған. Сарала 60 төбәктән 200 мең тирәһе кеше ҡатнашҡан. Урман хужалығы федераль агентлығының экологик башланғысын Рәсәй Хөкүмәте хупланы һәм ағас ултыртыу көнөн йыл һайын уҙғарырға хәл ителде.
Сараның рәсми датаһы булып майҙың икенсе шәмбеһе иҫәпләнә. Ҡайһы бер төбәктәрҙә ағастар иртәрәк йәки һуңыраҡ, ошо биләмә өсөн ҡулайлы ваҡытта, ултыртыла.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика