06:42 (UTC+5), 15 Мая 2015

«Өфө» аэропортының яңы халыҡ-ара терминалын рәсми асыу тантанаһы булды

Олег Яровиков, Хәлит Сафин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 15 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Илья Спиридонов/. 14 майҙа «Өфө» халыҡ-ара аэропортының яңы терминалын рәсми асыу тантанаһы булды. Унда Шанхай хеҙмәттәшлек ойошмаһы ағзалары булған дәүләттәрҙең транспорт министрҙары ҡатнашты.
Тантанаға ШОС-тың генераль секретары Дмитрий Мезенцев, Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов, Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов, Афғанстан Ислам Республикаһының транспорт һәм граждандар авиацияһы министры Баташ Мөхәммәҙулла, Беларусь Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры Анатолий Сивак, Ҡытай Халыҡ Республикаһының транспорт министры Ян Чуаньтан, Ҡырғыҙ Республикаһының транспорт һәм коммуникациялар министры Арғынбәк Малабаев, Монголияның юл һәм транспорт министры Намхай Тумурхуу, Тажикстан Республикаһының транспорт министры Шерали Ганджалзода, «Үзбәкстан тимер юлдары» дәүләт-акционерҙар тимер юл компанияһы идараһы рәйесенең беренсе урынбаҫары Даврон Дехканов һәм башҡа рәсми кешеләр килде.
– «Өфө» аэропорты илебеҙҙең ун ҙур аэропорттары иҫәбенә инә. Яңы терминалға, инфраструктураға Рәсәй бюджетынан ярайһы уҡ күләмдә аҡса тотонолған. Был ошо ҡунаҡсыл төбәктән пассажирҙар ташыуҙы үҫтереүгә этәргес буласаҡ, – тине Рәсәйҙең транспорт министры Максим Соколов.
– Транспорт объекттары тарихында тәүге тапҡыр туғыҙ министр бер юлы ошондай ҡоролманы аса. Әлбиттә, был тарихи ваҡиға, – тип билдәләне республика Башлығы Рөстәм Хәмитов. – Аэропортты яңыртыуҙы дауам итеү тураһында ҡарар ҡабул итеүебеҙ бик һәйбәт. Быйылдан проектлауға тотонабыҙ, киләһе йылдан эске һауа юлдары терминалын төҙөй башлаясаҡбыҙ.
Ҡыҙыл таҫманы киҫкәндән һуң, республика ҡунаҡтары пассажирҙарҙың осоп китеү-килеү залдарын ҡараны, шулай уҡ яңы халыҡ-ара терминалдың инфраструктураһы менән танышты.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыртылған терминал ике ҡатлы. Тәүгеһендә багаж алыу, тапшырыу урындары, икенсеһендә таможня тикшереүе, хәүефһеҙлек зонаһы һәм халыҡ-ара рейстарҙы көтөү залы урынлашҡан.
1 из 20
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика