12:21 (UTC+5), 13 Мая 2015

Эшкә урынлашҡанда хеҙмәт хаҡы рәсәйҙәр өсөн төп фактор булып ҡала — ВЦИОМ

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 13 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльмира Сабирова/. Эшкә урынлашҡанда хеҙмәт хаҡы рәсәйҙәр өсөн төп фактор булып ҡала. Бөтә Рәсәй йәмәғәтселек фекерен өйрәнеү үҙәге мәғлүмәттәре буйынса (ВЦИОМ), һорау бирелгәндәрҙең 63 проценты шулай яуаплаған.
Икенсе урында — уңайлы график һәм урын. Был хаҡта респонденттарҙың 25 проценты белдергән. Шулай уҡ граждандар социаль гарантияларға һәм яҡшы йыһазландырылған эш урынына иғтибар итә. Улар һәр бишенсе кеше өсөн мөһим.
Һөнәри үҫеш өсөн мөмкинлектәр булыуы респонденттарҙың 18 процентын эшкә урынлашыу тураһында ҡарар ҡабул итергә мәжбүр итә ала. Әммә бер йылда был фактор һиҙелерлек кәмегән — 2014 йылда 27 проценттан алып.
Рәсәйҙәрҙең 14 проценты өсөн рәсми эшкә урынлашыу һәм өҫтәмә социаль пакеттың булыуы мөһим. Бары тик респонденттарҙың ете проценты ғына эш һайлағанда иң мөһиме — буласаҡ коллегалар менән яҡшы мөнәсәбәттәр тип билдәләгән.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика