09:52 (UTC+5), 12 Мая 2015

Ҡойма ямғырҙар арҡаһында төбәктә ташҡындың икенсе тулҡыны башланды

Андрей Старостин
IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Эльвира Латипова/. Майҙың тәүге ун көнлөгөндә яуған ҡойма ямғырҙар арҡаһында Башҡортостанда ташҡындың икенсе тулҡыны башланды. Май баштарында һыу кимәле кәмеүгә табан барған республика һыу һаҡлағыстарында йәнә артыу билдәләнгән. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡортостан генерациялаусы компанияһынан хәбәр иттеләр.
Мәҫәлән, һуңғы көндәрҙә яуым-төшөм һәм грунт һыуҙарының күтәрелеүе һөҙөмтәһендә Павловка һыу һаҡлағысында һыу секундына 1700 кубометр тиҙлек менән тулған. 26 апрелдә иң юғары күрһәткес теркәлгән — секундына 1750 кубометр. Әлеге ваҡытта 1300 кимәлендә билдәләнгән.
Павловка һыу һаҡлағысы тейешле кимәлгә тиклем тулған — диңгеҙ кимәленән 140 метрға бейегерәк. Секундына 1300 кубометр һыу ағыҙыла.
Йомағужа һыу һаҡлағысында һыу секундына 360 кубометр тиҙлек менән тула. 27 апрелдә — секундына 412 кубометр, ә май баштарында 290 кубометрҙан кәмерәк булған.
Присоединяйтесь — больше и быстрее в наших соцсетях:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика