07:20 (UTC+5), 12 Мая 2015

Башҡортостан эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс һалдаттың туғандарын эҙләй

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 12 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Арина Рәхимҡолова/. Башҡортостан эҙәрмәндәре Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан өс һалдаттың туғандарын эҙләй. «Рәсәйҙең эҙәрмәндәр хәрәкәте» төбәк бүлексәһе етәксеһе Владимир Волков хәбәр итеүенсә, бер ай элек Беларусь Республикаһы Ҡораллы Көстәренең 52-се эҙләү батальоны Витебск өлкәһе Шумилин районы биләмәһендә яугирҙәрҙең һөлдәләрен тапҡан.
«Илья Герасимович Казаков 1918 йылда Әбйәлил районының Баҡыр Үҙәк ауылында тыуған. Иван Васильевич Копиев Белоретта тыуып үҫкән, ғаиләһенең Матинская урамы, 83-сө йортта йәшәгәнлеге билдәле. Өсөнсө һалдат Нөрмөхәмәт Алтынғужин улы Алтынғужин 1916 йылда Әбйәлил районының Таштимер ауылында донъяға килгән. Уның хаҡында башҡа мәғлүмәттәр юҡ», — тип һөйләне Владимир Волков.
Республиканың эҙәрмәндәр хәрәкәте ағзалары ошо кешеләр тураһында ниндәй ҙә булһа мәғлүмәт белеүселәрҙең бәйләнешкә сығыуҙарын һорай.
Белешмә өсөн телефон: 8-961-051-99-83.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика