13:39 (UTC+5), 07 Мая 2015

Республика халҡы дауаханала һәм мәктәптә бешерелгән аҙыҡтың фотоһын Instagram сайтына ҡуя ала — Дөйөм Рәсәй халыҡ фронты

Олег Яровиков
Олег Яровиков
ӨФӨ, 2015 йыл, 7 май. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Екатерина Соколова/. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы Instagram социаль селтәрендә республика халҡынан дауаханала һәм мәктәптә бешерелгән аҙыҡтың фотоһүрәттәрен йыя. Баҫылған һүрәттәрҙе тикшереү социаль учреждениеларҙа туҡланыу системаһын яҡшыртырға мөмкинлек бирәсәк.
«2014 йылда республикала социаль туҡланыуға 4,5 миллиард һумдан ашыу бүленгән», — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының төбәк штабы рәйестәше Эльвира Айытҡолова.
Депутат фекеренсә, «йылдан-йыл дәүләт социаль өлкәгә күпләп аҡса йүнәлтә, ә халыҡтан һорау алыуҙан күренеүенсә, ошо хеҙмәттәр менән ҡәнәғәт булыусылар аҙ. Дауаханаларҙағы һәм мәктәптәрҙәге туҡланыу системаһында тәртип урынлаштырыу еңел түгел. Шуға күрә беҙгә йәмәғәтселектең һәм ошо хеҙмәттәр менән файҙаланыусыларҙың ярҙамы кәрәк».
Instagram социаль селтәренә дауахана ризығы төшөрөлгән фотоны — #едабольницыРБ, мәктәптекен #едашколыРБ билдәһе менән ҡуйыу зарур. Дөйөм Рәсәй халыҡ фронтының Башҡортостандағы төбәк штабының рәсми бите — onf_rb.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика