07:35 (UTC+5), 30 Апреля 2015

Яңауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл эшсәндәренә һәйкәл асылды

IMPORT Сервисный
ӨФӨ, 2015 йыл, 30 апрель. /«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, Ғәлиә Нәбиева/. Еңеүҙең 70 йыллығы алдынан Яңауылда Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусыларға һәм тыл эшсәндәренә һәйкәл асылды. Ул ПМС-215 етәксеһе Рөстәм Мәхмүтовтың һәм ул етәкләгән коллективтың башланғысы буйынса ҡала лицейы ихатаһында ҡуйылды. Һәйкәл хеҙмәткәрҙәрҙең иғәнәһенә төҙөлгән, тип хәбәр иттеләр муниципалитеттан.
— Тимер юл эшселәренең миҫалы күптәргә өлгө булырлыҡ. Бындай эштәр хаҡында барыһы ла, айырыуса йәш быуын, белергә тейеш, — тип һыҙыҡ өҫтөнә алды үҙ сығышында район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов.
Ул яңауылдар исеменән тимер юл машиналары станцияһы коллективына һәм һәйкәл авторы Валерий Ғариповҡа рәхмәт белдерҙе. Тантанаға Горьков тимер юлының Ижевск төбәге буйынса етәкселе вәкилдәре лә килде.
— Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығы уңайынан тыуған ҡалабыҙҙа һәйкәл асыу теләге тыуҙы. Уны лицей ихатаһында ҡуйырға булдыҡ, сөнки ҡасандыр бында тимер юл мәктәбе булған. Һуғыш йылдарында ошо бинала фронтта яраланыусыларҙы ҡабул иткәндәр, — тип һөйләне Рөстәм Мәхмүтов.
Яңылыҡтарҙы тиҙерәк уҡыу өсөн социаль селтәрҙәргә ҡушылығыҙ:
© 1992-2026 АО ИА «Башинформ».
www.bashinform.ru
Адрес
450077, Өфө, Киров урамы, 45 (347) 250-05-07
Рекламная служба
(347) 250-11-11 adv@bashinform.ru
Редакция
(347) 250-07-28 inf@bashinform.ru

© 1992-2026 «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы» акционерҙар йәмғиәте. ТУ 02-01609 һанлы киң мәғлүмәт сараһын теркәү тураһындағы таныҡлыҡ Элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәттең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы тарафынан 2017 йылдың 25 сентябрендә бирелгән. 


Об использовании персональных данных

Bashinform.ru сайтында баҫылған бөтә мәғлүмәттәр һәм мәҡәләләр халыҡ-ара һәм Рәсәй авторлыҡ хоҡуғы һәм уға бәйле хоҡуҡтар тураһындағы ҡануниәте менән яҡланған. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының бөтә хәбәрҙәре лә 18 йәштән өлкән ҡулланыусыларға тәғәйенләнгән.  

18+ 

Мәҡәләләрҙе күсереп баҫҡанда, йә уларҙы өлөшләтә файҙаланғанда «Башинформ» мәғлүмәт агентлығына һылтанма яһау мотлаҡ. Интернет-баҫмалар һәм социаль селтәрҙәр өсөн тура актив гиперһылтанма мотлаҡ. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын мәҡәләләрҙе күсереп алғанда йәки цитаталар килтергәндә агентлыҡҡа һылтанма менән бәйле булмаған маҡсаттарҙа файҙаланыу өсөн «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы акционерҙар йәмғиәтенең яҙма рөхсәте кәрәк.

«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы логотибын ҡулланыу, сайттағы мәғлүмәттәрҙе һылтанма менән күсереп баҫыу һәм өлөшләтә ҡулланыу осраҡтарынан тыш, акционерҙар йәмғиәтенең яҙма ризалығы менән генә рөхсәт ителә.

Яндекс.Метрика